Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө! — 16 июня 2026 г. в 13:20:40.131
Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө! Бөгөн 16 июндә Башҡортостан Республикаһында бөйөк тарихи шәхес, ҡаһарман яугир, илһөйәр шағир һәм сәсән Салауат Юлаевтың тыуыуына 272 йыл тулды. Ошо уңай менән Батырыбыҙ исемендәге аллеяла тантаналы байрам сараһы үтте. Уҡыусылар, уҡытыусылар, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар бөйөк батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Байрамда гимназиябыҙҙың мәктәп лагеры тәрбиәләнеүселәре, уҡытыусылар, ҡала хакимиәте, депутаттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. "Самрау", "Йондоҙ" ансамблдәренең, "Осҡон"ҡурайсылар ансамбленең сығыштары байрам сараһының сағыу биҙәге булды. Айырыуса гимназиябыҙҙың 5а класс уҡыусыһы, бик күп конкурстар еңеүсеһе Сәфәрғәлиев Богдан башҡарыуында "Ай-һай, Салауат" йыры оҡшаны. Беҙ Салауат улдары һәм ҡыҙҙары булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Уның рухы алдында баш эйәбеҙ.

