МБОУ Гимназия им. Гали Сокороя с.Верхние Татышлы МР Татышлинский район РБ
Образование · 3 июня 2026 г.
Г.Соҡорой исемендәге гимназия янындағы йәйгҽ балалар йәйләүҽндә “Осҡондар” отрядында тә... — 3 июня 2026 г. в 16:50:29.787
Г.Соҡорой исемендәге гимназия янындағы йәйгҽ балалар йәйләүҽндә “Осҡондар” отрядында тәрбиәләнҽүсҽләр Бөрө ҡалаһында экскурсияла булды. Экскурсия Бөрө ҡалаһының тарихи музейына барыуҙан башланды, уҡыусылар 1663 йылда ҡәлғә булараҡ нигеҙ һалынған ҡаланың бай тарихы менән танышты. Музейҙан һуң төркөм убала урынлашҡан «Соколок” паркына (Рәсми исеме Революция Көрәшселәре исемендәге парк) юлланды. Унда балалар саф һауанан ләззәт алды, иҫтәлеккә фотоларға төштөк һәм йылға панорамаһына һоҡландыҡ. Шулай уҡ парк янында юғары уҡыу йорто корпусы эргәһендә урынлашҡан билдәле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның бюсы эргәһендә экскурсияла ҡатнашыусылар яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында белде, һәйкәл янында фотоға төштө. Мауыҡтырғыс сәйәхәттән ҡайтышлай ,төркөм Башҡортостандың Борай районында урынлашҡан Аҡкош күлендә булды. Сәйәхәт кыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Балалар Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте тураһында белемдәрен киңәйтте.

