#БашҡортостандыңДәүләтфлагы ... — 25 февраля 2026 г. в 09:21:48.564
#БашҡортостандыңДәүләтфлагы #Башҡортостандыңфлагыбеҙҙеңтирәяҡта 25 февраль -Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө 1992 йылдың 25 февралендә рәсми символдарҙың береһе - өр-яңы флаг барлыҡҡа килде. Хәҙер инде ул республика тормошоноң айырылғыһыҙ атрибутына әйләнде. 1990 йылдар башында Башҡортостан флагына иғлан ителгән конкурсҡа ҡырҡҡа яҡын дәүләт атрибуттары проекты тәҡдим ителә. Уларҙың авторҙары араһында профессиональ рәссамдар ҙа, уҡытыусылар ҙа, юғары уҡыу йорто студенттары ла, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә була. Һөҙөмтәлә комиссия ағзалары Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы итеп Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабина тәҡдим икән флагты һайлай. Авторҙар дәүләт символын һүрәтләгәндә 1918 йылда беренсе Башҡорт Хөкүмәте ҡабул иткән флагты нигеҙ итеп алырға була. Ул өс тигеҙ горизонталь һыҙаттан торған: өҫкөһө - күк, уртаһы - йәшел һәм аҫҡыһы аҡ төҫтәрҙә. Һәләтле рәссамдар яңы дәүләт символын тыуҙырғанда төҫтәрҙе урындары менән алмаштыра һәм уртаға ете ырыуҙы кәүҙәләндергән ҡурай сәскәһен төшөрә. Флаг туҡыма киҫәге генә түгел. Ул, республикабыҙҙың дәүләтселек билдәһе булараҡ, Башҡортостандың барлыҡ дәүләт ойошмалары, хакимиәт биналары башында, мәктәптәрҙә ғорур елберҙәй. Республикала юғары кимәлдә ойошторолған форумдарҙа, спорт ярыштарында, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыусыларҙы ла тап ошо флаг сәләмләй.

