Хушнудбәк Йосопов Үрге Йәркәй ауылының 4-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡы... — 10 июля 2026 г. в 09:52:39.862
Хушнудбәк Йосопов Үрге Йәркәй ауылының 4-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый. Ул яҡшы уҡыусы гына түгел, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ла. Ғәҙәти мәктәптән тыш, Илеш районы балалар сәнғәт мәктәбендә скрипка һәм вокал буйынса белем ала. Ул бихисап конкурстарҙа еңеү яулаған. Хушнудбәк Йосопов "Урал батыр" эпосын йәш башҡарыусылар конкурсында ҡатнашып, призер булған. Өҫтәүенә, ул Бөтә Рәсәй «Тере классика» конкурсының мәктәп, муниципаль һәм республика этаптарында еңеп сыға һәм «Артек»та йомғаҡлау этабында ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә. Мин Хушнудбәк менән бергә конкурсҡа әҙерләндем һәм түҙемһеҙлек менән уның лагерҙан ҡайҡанын көтөп алдым. Уға һорауҙар менән мөрәжәғәт иттем. - Хушнудбәк, конкурста ниндәй пьеса менән сығыш яһаның? - Конкурста мин Николай Носовтың "Незнайка на Луне" китабынан өҙөк һөйләнем. Конкурстан тәьҫораттарым күп. Мәҫәлән, мин һөйләгәндә барыһы ла иғтибар менән тыңланы, дуҫтарым ярҙам итте, залда уңайлы мөхит булды. - Кем менән барҙығыҙ, нисек сәйәхәт иттегеҙ? - Мин поезда оҙатыусы шапер менән барҙым. - Ҡатнашыусылар күп булдымы? Унда нисә көн булдығыҙ? - Бөтәһе 560 кеше инек, ә минең төркөмдә - 28 кеше. “Артек”та 21 көн булдыҡ. - Лагерҙа булған ваҡытығыҙ тураһында һөйләп үтһәң ине. - Беҙ Артекта ҡалдыҡ. Лагерь ҙур ине. Күп йөрөнөк, тауҙарға мендек, Севастополь, Симферополь ҡалаларында булдыҡ. Төрлө экскурсиялар булды, диңгеҙ буйында ваҡыт үткәрҙек. Бик күп ҡыҙыҡлы урындарҙа булдыҡ. Шул тиклем ҙур тәьҫораттар менән ҡайтып киттек. - Тиҫтерҙәреңә нимә әйтер инең? - Яҡшы уҡыһындар, һау-сәләмәт булһындар. Рәхмәт һиңә, Хушнудбәк! Киләсәктә лә һиңә уңыштар теләйем, иң ҙур хыялдарың тормошҡа ашыр тип ышанам. Азалия Фаздалова, "Мин - йәш Шәһитсе" медиамәктәбе уҡыусыһы. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. #ФСГОРБ #ГрантыРБ

