Ғаилә - ул усаҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ; — 31 мая 2026 г. в 03:01:35.528
Ғаилә - ул усаҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ; Ғаилә - ул дуҫлыҡ, татыулыҡ, яҡшылыҡ; Ғаилә - ул шатлыҡ, берҙәмлек , туғанлыҡ; Ғаилә - ул хеҙмәт, уңғанлыҡ, булғанлыҡ; Ғаилә - ул байлыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәт; Ғаилә - ул табышмаҡ, борсоу һәм мәшәҡәт; Ғаилә - ул бәхет, хыял һәм мөхәббәт; Ғаилә - ул йәшәйеш, шәфҡәт һәм мәрхәмәт ; Ғаилә - ул бәлә, беренсе аҙымдар; Ғаилә - ул байрам, күңелле сығымдар; Ғаилә - ул тормош, үпкә һәм талаштар; Ғаилә - ул бер фән, күп төрлө ҡараштар; Ғаилә - ул бөтөнлөк, тигеҙлек һәм хөрлөк; Ғаилә ныҡ була, ныҡ булһа тик ерлек. 2026 йыл Башҡортостанда - Ҙур һәм татыу ғаилә йылы.

