Бөгөн ,21 июль, беҙҙең клубта иҫ киткес осрашыу булды! Беҙҙең ауылдың геройҙары – СВО я... — 21 июля 2026 г. в 10:54:51.969
Бөгөн ,21 июль, беҙҙең клубта иҫ киткес осрашыу булды! Беҙҙең ауылдың геройҙары – СВО яугирҙәре, мәктәбебеҙҙең элекке уҡыусылары, тыуған ауылдарына ҡыҫҡаҡ ялға ҡайттылар,бөгөн улар менән осрашыу сараһы үтте. Сараны юғары кимәлдә ойошторған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәребеҙгә ҙур рәхмәт: ✨ Садыкова Гөлнара Әхтәм ҡыҙы ✨ Үмәрғалина Нәсимә Ишбулды ҡыҙы ✨ Тухватуллина Гөлбикә Минитдин ҡыҙы ✨ Таһирова Рәғиҙә Ғәлимйән ҡыҙы ✨ Әхмәшина Минирә апай ✨ Якупова Татьяна Йырҙар яңғыраны,күңелдәр берләште. Айырым рәхмәт – Тухватуллина Аминаға матур йыры өсөн! Хор ҙа бик тәьҫирле сығыш яһаны. Геройҙарыбыҙға иҫәнлек, һаулыҡ, еңеү менән тиҙ арала ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ! ❤️ #МБОУСОШдБиксяново #ОбразованиеИшимбай #ОбразованиеИшимбайскийрайон

