Кисә бер төркөм Хоҙайбирҙе урта мәктәбен 1981 йылда тамамлаусы уҡыусылар тыуған мәктәбе... — 2 июня 2026 г. в 14:03:18.619
Кисә бер төркөм Хоҙайбирҙе урта мәктәбен 1981 йылда тамамлаусы уҡыусылар тыуған мәктәбенә килделәр. Мәктәп тышында уҡ директор Алһыу Хисматулловна ҡаршы алып,эскә саҡырҙы. Бик матур итеп экскурсия үткәреп,45 йыл эсендә бик үҙгәргән,матурланған мәктәпте күрһәтте. Беҙҙең сығарылыштың стендын эшләп, фотолар ҡуйырға ла өлгөргән. Беҙгә бик матур башҡорт кейемендә,башҡортса итеп бер ҡыҙ бейеү бүләк итте. Бына шулай иҫтәлектәрҙе яңыртып,берсә моңһоуланып,берсә шатланып сыҡтыҡ мәктәптән. Алһыу Хисмәтулла ҡыҙына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ,эшсән коллектив,яңы уңыштар,күп уҡыусылар теләйбеҙ! 1981 йылдың 10"а" класы уҡыусылары!

