Бөгөн мәктәбебеҙҙә тантаналы шартта 9 класс уҡыусыларына төп дөйөм белем тураһында атте... — 26 июня 2026 г. в 10:33:02.380
Бөгөн мәктәбебеҙҙә тантаналы шартта 9 класс уҡыусыларына төп дөйөм белем тураһында аттестат тапшырылды. Был көн беҙҙең өс уҡыусыбыҙ Байгускаров Камил, Сляучин Искәндәр , Сукбаева Нәзифә өсөн тулҡынландырғыс һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе булды . Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, Искәндәр ҡыҙыл аттестат һәм тик "5" билдәһенә генә уҡығаны өсөн Маҡтау ҡағыҙы, Камил менән Нәзифә "4"һәм "5" билдәләренән генә торған аттестаттар алдылар. "Ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙҙең өсөн борсолған, терәк булған, еңеүҙәрегеҙгә һәм уңыштарығыҙға ҡыуанған ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Түҙемлек, көс-дәрт, ғаилә именлеге һәм һөнәри бейеклектәр теләйем! Уҡыусыларыбыҙҙың хыялдары тормошҡа ашһын, хәйерле юлдарҙа ғына йөрөүҙәрен теләйем. Аҡ юл Һеҙгә, балалар!" - тип сығыш яһаны мәктәп директоры Алсу Хисматулловна Ишкинина. Был байрамда педагогик хеҙмәт ветераны, бик оҙаҡ йылдар мәктәбебеҙҙә рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Ижбаева Миннира Файзулла ҡыҙының ҡатнашыуы тантанаға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Ҡәҙерле уҡыусылар, тормош һынауҙарын уңышлы үтеп, был донъяла юғалып ҡалмай, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхестәр булып үҫеп етерһегеҙ, тип ышанабыҙ. Күңелегеҙҙә мәктәп йылдары тураһындағы тик яҡты хәтирәләр генә иҫтә ҡалһын! 10 класҡа көтөп ҡалабыҙ һеҙҙе!

