Хөрмәтле уҡытыусылар һәм ата-әсәләр, ҡәҙерле балалар! Белем көнө – яңы уҡыу йылы башлан... — 1 сентября 2026 г. в 10:42:47.267
Хөрмәтле уҡытыусылар һәм ата-әсәләр, ҡәҙерле балалар! Белем көнө – яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас ҡотлайбыҙ! 1 сентябрь - Белем көнө менән! Белем көнө, бала саҡ хәтирәһе булып, һәр беребеҙҙең күңел түрендә һаҡлана торған көн ул. Яңы уҡыу йылында балалар яңы белемдәр туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен! Хәстәрлекле уҡытыусыларыбыҙға иһә яңы һөнәри уңыштар, илһам теләйбеҙ, яратҡан эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алып эшләргә насип булһын! Яңы уҡыу йылы һөҙөмтәле, ижади яҡтан бай һәм уңышлы булһын! Мәктәп директоры А.Х.Ишкинина

