Башҡорт телендә диктант яҙҙыҡ!
Башҡорт телендә диктант яҙҙыҡ! Йыл һайын республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән башҡорттарҙы ғына түгел, ә сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе лә бергә туплаған башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу хәҙер күптән матур йолаға әйләнде. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2026» акцияһына дәррәү ҡушылдыҡ. Ә инде был матур сараның Милли кейем көнөнә тап килеүе бигерәк тә күркәм бер байрамға әйләнде.