6 февралдә Учалы ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған диктор Әхәт Мортазинд... — 7 февраля 2026 г. в 15:52:37.144
6 февралдә Учалы ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған диктор Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә арналған төбәк-ара "Диктор тауышы-2026" конкурсының йомғаҡлау этабы үтте. Быйылғы конкурста 100-ҙән артыҡ уҡыусы ҡатнашты. Төп шарттар - яңылыҡтар уҡып ишеттереү һәм мәктәп тормошонан репортаж әҙерләү ине. Шулар араһында беҙҙең мәктәп уҡыусыһы ла булыуы маҡтауға лайыҡ. 5 - се класс уҡыусыһы Успаева Гөлнара муниципаль этапта призер тип танылды. (уҡытыусыһы Раянова З.Х.). Афарин, Гөлнара! Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшергә яҙһын! #ГолосДиктора #МБОУСОШдМулдакаево

