#ГалиСокорою200 — 26 января 2026 г. в 08:00:07.920
#ГалиСокорою200 8 ғинуар күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, суфый шағир Ғәли Соҡоройҙоң (Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсалих улы) тыуыуына 200 йыл тула. Ошо уңайҙан республикала уның шәхесен иҫкә алыу маҡсатынан төрлө саралар ойошторола. Тәүәкән мәктәбендә лә был ваҡиға ситтә ҡалманы. 7-се һәм 8-се класс уҡыусылары менән дәрес үткәрелде. Уҡыусылар Ғәли Соҡоройҙоң тормош юлы менән таныштылар, шиғырҙарын уҡынылар, тарихи әҫәрҙәренә байҡау яһанылар. Уның яҙған хаттары ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Күренекле тарихсылар был шәхес тураһында әҙерләгән йөкмәткеле видеояҙма Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылындағы Иректе ырыуы халҡы тураһында, Ғәли Соҡоройҙоң биографияһы, ижады һәм музейы тураһында бай мәғлүмәт бирҙе.

