#МГРахимов — 4 февраля 2026 г. в 08:30:39.027
#МГРахимов 7 февраль - Башҡортостандың беренсе Президенты М.Ғ.Рәхимовтың тыуған көнө. Йыл да февраль башында Тәүәкән мәктәбендә данлы яҡташыбыҙға арнап аҙналыҡ үткәрелә. Уҡыусылар иншалар яҙа, шиғырҙар ятлай, һүрәттәр төшөрә. Ауыл китапханаһындағы музейға экскурсияға бара. Күренекле ауылдашыбыҙ хаҡында фильмдар ҡарай. Шулай уҡ һәр класс өсөн Ил ағаһына арнап дәрестәр үткәрелә. Бөгөн 7-се класс уҡыусылары М.Ғ.Рәхимовтың бала сағын, нефть заводында эшләгән ваҡытын һәм президентлыҡ эшмәкәрлеген тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрҙәләр. Ғ.Хисамовтың "Президент Рәхимов" романы менән таныштылар. Ауылдаштарҙың төрлө йылдарҙа гәзит биттәрендә донъя күргән иҫтәлектәрен уҡынылар. Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улының республика өсөн күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәтен оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ул мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә.

