#Родительскоенсобрание — 18 декабря 2025 г. в 17:08:29.651
#Родительскоенсобрание #Атаәсәләрйыйылышы 18 декабрь дөйөм ата-әсәләр йыйылышы үткәрелде. Төп тема "Балалар хәүефһеҙлеге". Беренсе булып Тәүәкән янғын һүндереү бүлеге начальнигы Әбдрәхимов З.Р. сығыш яһаны. Ул йылға йомғаҡ яһап, янғындар буйынса мәғлүмәт бирҙе. Ҡышҡы каникулда, Яңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләне, кәңәштәр бирҙе. Артабан был теманы тәрбиәүи эштәр буйынса директор кәңәшсеһе Дәүләтбаева Ф.С. дауам итте. Ул терроризмдан, мутлашыусыларҙан һаҡ булырға өндәне. Алкоголь, тәмәке, вейптарҙың зыянын иҫкә төшөрҙө. Районда һәм республикала булған уҡыусылар ҡатнашлығындағы енәйәттәр, хәүефле мәлдәр тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ата-әсәләргә комендант сәғәтенә лә етди ҡарарға ҡушылды. Уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Яхина Ғ.Ғ. беренсе ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһаны. Олимпиадалар, конкурстар, имтихандарға әҙерлек буйынса һөйләне. Йыйылышта ата-әсәләр комитеты рәйесе итеп Хәмидуллина Ләйсән һайланды. Бергәләп Яңы йыл байрамдарын үткәреү буйынса ла һөйләшелде. Байрамдар һәм каникулдар хәүефһеҙ һәм файҙалы үтһен өсөн уҡытыусылар ҙа ата-әсәләр ҙә көс һаласаҡ.

