#2026ҙурһәмтатыуғаиләйылы — 28 января 2026 г. в 12:38:03.142
#2026ҙурһәмтатыуғаиләйылы #2026годбольшойи дружнойсемьи #балаларҡоролтайы 2026 йыл Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Йыл дауамында ошо йүнәлештә күп саралар үткәрелер, ғаиләләргә иғтибар артыр , тип уйлайбыҙ. Тәүәкән мәктәбендә был йылды Балалар ҡоролтайы үҙенсәлекле итеп башланы. Нимә ул ғаилә? Әлбиттә, иң беренсе атай, әсәй, өләсәй, олатай, балалар. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ туғанлыҡ терминдарын беләләрме икән? Өйҙә матур итеп башҡортса өндәшәләрме икән? Йәки өйҙәге өлкәндәр үҙ-ара туғанлыҡ терминдары менән аралашалармы? Әллә тик исем менән генә өндәшәләрме? Ошо һорауҙарға яуаптар табыр өсөн мәктәптең Балалар ҡоролтайы рәйесе Нурсолтан Хөсәйенов уҡыусыларға һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Яуаптар уйландырырлыҡ килеп сыҡты. Хөрмәтле ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр! Әйҙәгеҙ, өйҙә матур итеп туған телдә аралашайыҡ, туғанлыҡ терминдарын ҡулланайыҡ! 1-се быуын - атай, әсәй 2-се быуын - ул, ҡыҙ 3-сө быуын - ейән, ейәнсәр 4-се быуын - бүлә, бүләсәр 5-се быуын - тыуа, тыуасар 6-сы быуын - тыуаят 7-се быуын - ете ят Туғанлыҡ терминдары Башҡорт телендә туғанлыҡ терминдәры иҫ китмәле бай һәм төрлө. Ҡайһы бер һөйләштәрҙә хатта әҙәби телгә инмәгән әллә күпме һүҙҙәр осрай. Башҡорт телендә атамалар үҙ-ара мөнәсәбәттең нескәлегенә тиклем иҫәпкә алып ҡушылған. Бер миҫал килтерәйек: һеҙ үҫкәс, синыфташтарығыҙҙың иренә йәки ҡатынына кем тип әйтерһегеҙ? Әгәр ул һеҙҙән кесерәк икән - һеңлем йәки ҡустым тип әйтеп булмай, сөнки синыфташың һинең менән тиң. Өлкәнерәк булһа, тағы апай йәки ағай тип әйтеү ситен. Башҡорттар бик матур атама уйлап тапҡандар: " һыйлым ". Туғанлыҡ атамалары ла шулай. Еңгәй, еҙнәй, бикәм һәм башҡа бик күп атамалар йәш ҙурлығын белгертмәй. Хәҙер ошо атамаларға ентекләберәк туҡталайыҡ. Әсәй яғынан билдәләйек. Атайыңдың атаһы әсәйеңә ҡайны, әсәһе - бейем йәки ҡәйнә була, ә атайыңдың ағаһы - ҡайнаға, ҡустыһы ҡәйнеш, һеңлеһе - бикәс, апаһы - бикәм, ағаһының йәки ҡустыһының ҡатыны - апаһын йәки килендәш, һеңлеһенең ире - кейәү. Атайың яғынан. Әсәйеңдең атаһы - ҡайны, әсәһе ҡәйнә, ҡайһы бер төбәктәрҙә әбей һәм бабай тип өндәшәләр. Ағаһы - ҡайнаға, апаһы - ҡайынбикә, ҡустыһы ҡәйнеш, һеңлеһе балдыҙ, ағаһының ҡатыны - ҡайынеңгә, ҡустыһының ҡатыны - килен, апаһыныңһәм һеңлеһенең ире - бажа. Үҙеңә. Атайыңдың да, әсәйеңдең дә атаһы - ҡартатай йәки ҡайһы бер төбәктәрҙә олатай тиҙәр. Атайыңдың әсәһе - өләсәй, ҡайһы яҡтарҙа ҡәрсәй тиҙәр. Әсәйеңдең әсәһе - өләсәй. Әсәйеңдең һәм атайыңдың апаһы - инәй, ҡайһы яҡтарҙа әбей тиҙәр. һеңлеләре - апай. Ағайҙары - бабай, олатай. Үҙеңдән өлкәндәр ағай, апай. Үҙеңдән кеселәр - ҡусты, мырҙа, мыртый, туғаным, һеңлем, һылыу, иркәм. ( И.Д.Бураҡаев, М.С.Бураҡаева, М.Б.Юлмөхәмәтов. " Тормош һабаҡтары", 5 синыф өсөн дәреслек, Өфө: Китап, 2005 йыл. )

