#Профориентационнаяработа — 14 января 2026 г. в 07:12:41.256
#Профориентационнаяработа Уҡыусыларға һөнәр һайлау өсөн төрлө осрашыуҙар файҙалы. Беҙҙең мәктәпкә төрлө юғары уҡыу йорттарынан һәм колледждарҙан килеп сығарылыш уҡыусылары өсөн әңгәмәләр үткәреп торалар. Бөгөн Күмертау педагогия колледжынан Тәүәкән мәктәбен тамамлаған уҡыусыбыҙ Ҡорбанаева Айзилә килде. Ул 9, 11 класс уҡыусылары өсөн Күмертау колледжы тураһында һөйләне, факультеттар, студенттар тормошо менән таныштырҙы. Айзилә үҙе башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә уҡый. Беҙ уға уңыштар теләйбеҙ.

