#ЗәйнәбБиишева — 14 января 2026 г. в 18:59:29.673
#ЗәйнәбБиишева #НародныйписательБашкортостанаБиишева Ғинуар айында күренекле яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған көнө. Яҙыусының ижады мәктәптә ентекле өйрәнелә. Башланғыс кластарҙан алып уның әҫәрҙәре менән уҡыусылар йыл һайын таныша, шиғырҙарын ятлай. 14 ғинуар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлихова Г.С. бишенселәр өсөн З.Биишеваға арналған дәрес үткәрҙе. Уҡыусылар яҙыусының биографияһын иҫкә төшөрҙө, әҫәрҙәренә төшөрөлгән һүрәттәр менән танышты, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы тыңланы. "Дуҫ булайыҡ" әҫәренән өҙөк сәхнәләштереү дәрестең иң ҡыҙыҡлы өлөшө булды. Киләсәктә Туйембәт ауылындағы музейҙы ла барып күрерҙәр, тип уйлайбыҙ. Күренекле яҡташтарыбыҙҙың тормош юлын, ижадын белеү - беҙҙең бурыс.

