Шаулап-гөрләп Яңы йыл байрамдары ла үтеп китте. Балаларҙың иң көтөп алған Шыршы байрамы... — 29 декабря 2025 г. в 09:29:30.102
Шаулап-гөрләп Яңы йыл байрамдары ла үтеп китте. Балаларҙың иң көтөп алған Шыршы байрамы быйыл да күңелле булды. Мәктәп директоры Каразбаев Й.В. уҡыу алдынғыларына, олимпиада еңеүселеләренә Маҡтау грамоталары тапшырҙы, байрам менән ҡотланы. Уҡыусылар төрлө костюмдарҙа килгәндәр ине. Һәр класс матур концерт номерҙары әҙерләгән. Ҡыш бабай- Йәнтилин Алмаз менән Ҡарһылыу- Йәнбирҙина Фидәлиә ролдәрен яҡшы башҡарҙы, балаларҙы тәмле кәнфиттәр менән һыйланы. Ата-әсәләр комитеты рәйесе Хәмидуллина Ләйсән байрам аҙағында йомғаҡтар яһап, бүләктәр тапшырҙы. Барыһын да Яңы 2026 йыл менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Яңы йыл шатлыҡ-ҡыуаныстарға, уңыштарға бай булһын!

