#Единыйденьбезопасности — 27 марта 2026 г. в 07:39:45.893
#Единыйденьбезопасности 25 март мәктәптә Хәүефһеҙлек көнө үткәрелде. Был көндә юл хәрәкәте, янғын, йоҡа боҙ, кибербуллинг, терроризм, мутлашыусылар хәүефһеҙлеге буйынса эшлекле әңгәмәләр, видеояҙмалар ҡарау ойошторолдо. Яҙғы каникулдарға хәүефһеҙлек буйынса инстуктаждар үткәрелде. 3-сө класс етәксеһе Шәһәрова Р.Р. юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса фәһемле һөйләшеү ойошторҙо. Уҡыусылар тағы ла бер тапҡыр ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрҙө. Велосипед, мопедтар менән йөрөү ҡағиҙәләрен дә ныҡлап өйрәнде.

