#Годнародногоединства2026 — 6 марта 2026 г. в 09:15:10.715
#Годнародногоединства2026 #Халыҡтардуҫлығыйылы2026 Иң оло һүҙ беҙҙә дуҫлыҡ бит ул, Ни ҡәҙерле ысын дуҫлыҡтан? Илемдәге был ҡаҡшамаҫ рухты Алманыҡ беҙ барып бушлыҡтан. Ерем белә: ниндәй дуҫ килһә лә, Туғанылай башҡорт ҡосҡанын. Уралымда, дуҫлыҡ түбәһендәй, Бәхет, шатлыҡ, хаҡлыҡ төйәгендәй, Балҡый минең Башҡортостаным!- тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Ирек Кинйәбулатов. Бишенселәр күптән түгел башҡорт әҙәбиәте дәресендә ошо шиғыр менән танышты. Уҡыусыларға был әҫәр оҡшаны. Улар тулы анализ яһанылар. Ил эсендә халыҡтар дуҫлығы тураһында әңгәмәгә ҡушылдылар. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ла төрлө милләттәрҙең дуҫ-татыу йәшәүенә инандылар. Шиғыр йөкмәткеһе буйынса һүрәттәр төшөрҙөләр. Беҙ, әйтерһең, дуҫлыҡ милләтенән, Бөтәбеҙ ҙә тиң, шат затлыбыҙ. Үҙебеҙ тапҡан уртаҡ ҡот-бәхеткә Бөтәбеҙ ҙә берҙәй хаҡлыбыҙ!

