#Тимуровскаяработа — 22 декабря 2025 г. в 20:45:01.902
#Тимуровскаяработа #Тимурсыларэше Һағынып көткән ҡыш ябалаҡлап яуған ҡарҙары менән матур. Әммә оло кешеләргә уны таҙартыу ҡыйынға төшә. Шуның өсөн мәктәп уҡыусылары үҙҙәренә беркетелгән инәйҙәргә ярҙамға йөрөйҙәр. 5-селәр Каразбаева Миңһылыу инәйҙең ишек алдан таҙарттылар. Миңһылыу инәй рәхмәттәр әйтеп, изге теләктәрен теләп, оҙатып ҡалды.

