Шағирә үҙ халҡының йөрәгендә. — 22 мая 2026 г. в 17:24:56.780
Шағирә үҙ халҡының йөрәгендә. Теләүембәт мәҙәниәт йортонда ауыл китапханаһы һәм Теләүембәт урта мәктәбе менән берлектә шағирә, ике китап авторы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Рәзилә Ҡотлогилдина менән осрашыу үткәрелде. Был сарала Теләүембәт урта мәктәбенең 5-се һәм 8-се класс уҡыусылары, Теләүембәт ауылы ағинәйҙәре һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

