Яҡташтар! — 17 апреля 2026 г. в 02:00:12.330
Яҡташтар! Иртәгә, 17 апрель, Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында "Һылыуҡай - 2026" район конкурсының финалы уҙасаҡ. Милли кейем көнө уңайынан тамашасылар өсөн милли кейем флешмобы иғлан ителә. Бәйгелә ҡатнашыусы ҡыҙҙарға дәрт-дарман өҫтәр өсөн үҙегеҙ ҙә милли кейемдә килегеҙ! Ә иң яҡшы костюмда килеүселәр бүләктәр алып та ҡыуанасаҡ! Башланыу ваҡыты 18.00 сәғәттә. 16+

