МБОУ СОШ им.Сунагатуллина Ж.Г. с.Имангулово МР Учалинский район РБ
Образование · 26 мая 2026 г.
Бөгөн беҙҙең мәктәптә Һуңғы ҡыңғырау байрамы матур кимәлдә үтте! — 26 мая 2026 г. в 12:34:11.622
Бөгөн беҙҙең мәктәптә Һуңғы ҡыңғырау байрамы матур кимәлдә үтте! Аҡыллы, зирәк, уңған, талантлы сығарылыш класс уҡыусыларыбыҙға мәртәбәле ҡунаҡтар, ата-әсәләр, уҡытыусылар йылы һүҙҙәр, теләктәр еткерҙеләр! Ҡәҙерле уҡыусылар! Дәрт-дарманығыҙ ашып торһон, уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, уңышлы, рухлы, ҡыйыу, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫергә яҙһын! Имтихандарҙы яҡшы тапшырып, һәр берегеҙ теләгән юғары уҡыу йорттарына инерһегеҙ тип ышанабыҙ! Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

