"Салауат" компанияһы Байым мәктәбе биләмәһендә 49 төп гортензия сәскәләре ултыртты. Акц... — 22 мая 2026 г. в 11:17:05.824
"Салауат" компанияһы Байым мәктәбе биләмәһендә 49 төп гортензия сәскәләре ултыртты. Акцияла компания һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ быйыл белем усағын тамамлаясаҡ сығарылыш уҡыусылары ҡатнашты. Киләсәктә гортензияларҙың 8 төрө мәктәп алдын шау-сәскәгә күмәсәк. Көн эҫе булыуына ҡарамаҫтан, сарала ҡатнашыусылар яҡшы кәйефтә һәм дәррәү генә был эште тиҙ арала атҡарып сыҡты.

