Матур тештәр матур йылмайыу бүләк итә.Ә нимә һуң ул кариес? — 25 марта 2026 г. в 09:07:44.494
Матур тештәр матур йылмайыу бүләк итә.Ә нимә һуң ул кариес? - Уны замана ауырыуы тип атарға мөмкин. 100 йыл элек кариеслы тешле йәштәр бик аҙ булған, ә беҙҙең ваҡытта тешендә кариес булмаған баланы осратыу - һирәк күренеш! Был, тәү сиратта, туҡланыу режимы һәм аҙыҡ-түлек составының үҙгәреүенә бәйле. XIX быуаттан башлап кешеләр юғары калориялы, ваҡ итеп иҙелгән һәм бешерелгән аҙыҡ - шәкәр, йомшаҡ аҡ икмәк, печенье, картуф, колбаса һ.б. ҡуллана башлай. Ошо сәбәптән тештәргә көсөргәнеш кәмей, ҡаты аҙыҡ ярҙамында тештәрҙе һәм теш ҡаҙнаһын үҙ-үҙенән таҙартыу туҡтала. Һөҙөмтәлә тештәр насарая, ә бактериялар һәм микробтар, киреһенсә, бер нисә тапҡырға арта!10 класс уҡыусылары менән тештәрҙе дауалау, дөрөҫ таҙартыу тураһында һөйләштек.

