📌 УРМАНҒА СӘЙӘХӘТ: еләкселәр, бәшмәкселәр һәм башҡалар өсөн иҫән ҡалыу буйынса ҡулланма — 19 июля 2026 г. в 12:07:52.825
📌 УРМАНҒА СӘЙӘХӘТ: еләкселәр, бәшмәкселәр һәм башҡалар өсөн иҫән ҡалыу буйынса ҡулланма ❗Йәйгеһен урманда юғалыусылар күбәйә. Йыл һайын ҡотҡарыусылар меңәрләгән аҙашҡан кешене таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер осраҡтар фажиғәле тамамлана ☝️ЮҒАЛМАҪ ӨСӨН: Телефонға 100 процент зарядка йыйҙыртығыҙ + пауэрбанк алығыҙ Навигаторҙа инеү урынын билдәләгеҙ йәки ориентирҙарҙы фотоға төшөрөгөҙ Яҡындарығыҙҙы ҡайҙа барғанығыҙ һәм ҡасан ҡайтырығыҙ тураһында иҫкәртегеҙ Үҙегеҙ менән һыу, аҙыҡ, шырпы, фонарь, һыҙғыртҡыс алығыҙ Ваҡытты күҙәтегеҙ, ҡараңғыға тиклем тотҡарланмағыҙ. ❌ АҘАШҠАН ИКӘНҺЕГЕҘ: ТУҠТАҒЫҘ! Ҡурҡмағыҙ һәм сәбәләнеп йүгермәгеҙ Ҡайҙан килгәнегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, эҙҙәрегеҙҙе табырға тырышығыҙ Тыңлағыҙ: юлдан транспорт йәки поезд тауышы ишетелергә мөмкин 📲112-гә шылтыратығыҙ, хатта сим-картаһыҙ һәм иҫәптә аҡса булмағанда ла быны эшләргә мөмкин Зарядканы һаҡлағыҙ: интернетты һүндерегеҙ, ҡотҡарыусыларға ғына шылтыратығыҙ Үҙегеҙҙең урынығыҙҙы белдерегеҙ: һөрәнләгеҙ, туҡылдатығыҙ, сағыу кейем йә берәй сепрәк болғағыҙ 🆘 Ҡайҙа барырға белмәйһегеҙ икән, урында ҡалығыҙ, шулай һеҙҙе тиҙерәк табырҙар ✅Фото, сығанаҡ: МЧС.

