ҠОТЛАЙБЫҘ! — 22 августа 2026 г. в 06:23:17.825
ҠОТЛАЙБЫҘ! Ошо көндәрҙә Ишембай ҡалаһында үткән мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһендә Ишҡол урта мәктәбе директорының тәрбиә һәм балалар йәмғиәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса кәңәшсеһе Гүзәл Байрам ҡыҙы Йәмилхина ҡатнашты. Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә Гүзәл Байрам ҡыҙына балалар үҙидаралығы ойошмаһын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Башҡортостан мәғариф министрының Рәхмәт хаты һәм “Беренселәр хәрәкәте” нең балалар һәм йәштәр өсөн иң яҡшы проекттар конкурсының “Мөмкинселектәр лигаһы” номинацияһында Еңеүсе дипломы тапшырылды. Ошо уңайҙан Гүзәл Байрам ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын, яңы идеялар һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн дәрт-дарман теләйбеҙ! #МБОУСОШсИшкулово

