📌Һаумыһығыҙ, Милләттәштәр! — 15 июня 2026 г. в 19:20:39.253
📌Һаумыһығыҙ, Милләттәштәр! 17, 16 йылдарҙағы ситуацияларҙы бизмәнгә һалып, анализлағандан һуң, һәнәк болғау файҙаһыҙ, тигән һығымтаға килдем. Берҙәмлек, тип аталған ойошма менән дә эшләп ҡараныҡ. Төрлө проекттар уйлап сығарҙыҡ. Тик политика аҡсаһыҙ, ярҙамсыһыҙ кешеләрҙән көслө булып сыҡты. Мин ғүмерем буйы башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләнем. Мәктәптәге башҡорт теле менән булған ситуация элек тә йәнде көйҙөрә ине, әле лә өшөтә. Шунан бер сәғәт дәрестә нимә биреп була? Тем более хәҙерге заман дәрестәренең формаһы ла үҙгәрҙе. Бала үҙе уҡырға тейеш. Экзамены булмаған дәресте ҡайһы баланың уҡып ултыраһы килһен инде. Хәҙер башҡортса һөйләшкән балаларҙы ла тырышып эҙләргә кәрәк. Дим менән Рифҡәт исемле егеттәр "апай, һеҙҙән яҡшы бизнес леди килеп сығыр ине", тигәс, Мәскәүҙә операция эшләтеп, һауығып ҡайтҡас, бизнес асырға булдым. Тирмә һатып алдым да, музей астым. Ҡәйнәмдән, инәйем менән атайымдан ҡалған Артефакттар, экспонаттар бар ине, тағы ла өҫтәп һатып алып, музей астыҡ. Үҙебеҙҙең башҡорт егеттәре оло тирмә менән ярҙам итте. Көтәсәккә бирҙеләр, рәхмәт яуғырҙары. Бөгөнгө көндә әленән кереп ял итерлек оло ғара музейыбыҙ бар. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡорттар менән эшләргә, тиеп ниәтләнгән проект ине. Беҙ, башҡорттар, хәлдәребеҙ төрлөсә. Кем килә алмай, ваҡыты етмәй, эш менән мәшғүл, ғаиләне ашатырға кәрәк бит инде, кемдер аҡса еткерә алмай. 2024-25 йылдарҙа 10 айға яҡын башҡорттар өсөн бушлай инеүҙәр ҙә ойошторған инек. Хәҙер төрлө яҡтан килгән туристарҙы ла ҡаршы алабыҙ. Беҙ, ғәҙәттәгесә, башҡорттарҙың "кочевники" тиеп түгел, ә "полукочевники, летовка, зимовка", тигән төшөнсәләр менән экскурсиялар үткәрәбеҙ. Башҡортса сәй эсеү йолаһын тергеҙеп, сәй эсеүҙәр үткәрәбеҙ, оҫталыҡ дәрестәр үткәрәбеҙ, милли кейемдәрҙә фотосессиялар үткәрәбеҙ, уҡ атабыҙ, ҡумыҙҙа уйнатабыҙ, ҡурайҙа уйнарға өйрәтәбеҙ, бейергә өйрәтәбеҙ, башҡорт милли уйындары уйнатабыҙ, боронғо башҡорт әкиәттәре буйынса квест үткәрәбеҙ, һб. Пушкин картаһы буйынса ла эшләй алабыҙ. Башҡорттарға минең үтенесем бар. Зинһар минең хәбәремде мәктәптәрҙәге атай-әсәйҙәр комитетына еткерегеҙ. Тәжрибә буйынса шуны беләбеҙ: уҡытыусыларҙың Өфө эргәһендәге Нуғай ауылына музейға алып барыу ойоштороға ваҡыттары етмәй. Ғәҙәттә, рухлы атай-әсәйҙәр ойоштора. Унда автобусы ла кәрәк, барырға теләгәндәр һаны ла. Кешеләр ни тиклем күберәк булһа, юл хаҡы шул тиклем осһоҙораҡ була. Тәжрибә буйынса шуны әйтә алам. Беҙҙең музейҙа 3 сәғәтлек экскурсиянан һуң балалар шул тиклем рухланып ҡайтып китә. Атай-әсәйҙәр әйтеүенсә, был эш 50 башҡорт теле, тарихы, географияһы һб дәрестәргә тиң икән. Мин үҙем дә бөтә күңелемде биреп эшләйем. Әлегә тиклем Бәләкәй генә тирмәлә, тығыҙлыҡта эшләй инек. Хәҙер рәхәтләнеп 120 кв. метрлы тирмә-музейҙа эшләргә мөмкинселегебеҙ бар, Аллаға шөкөр! Беҙҙең кем икәнде аңлар өсөн, үҙебеҙҙең төркөмдөң һылтанмаһын теркәйем, ҡушылһағыҙ, рәхмәт❗ Унда беҙҙең эш тураһында мәғлүмәттәр күп. https://vk.ru/clubyurtamuzei Һорауҙарығыҙ булһа, миңә 89373435174 номерына шылтыратығыҙ. Ғаиләгеҙҙе, мәктәптәрҙә уҡыған балаларығыҙҙы, балалар баҡсаһына йөрөгән бәпестәрегеҙҙе, студенттарҙы, һеҙгә килгән Ҡунаҡтарығыҙҙы Экскурсияға тирмә-музейыбыҙға ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Корпоратив, шарапһыҙ үткәрелер байрамдарығыҙҙы үткәрергә, аяттар үткәрергә беҙҙең тирмәгә саҡырабыҙ. Мин - Әлфиә Мөхәммәт ҡыҙы. 49 йәш. Ни генә эшләһәм дә, иң беренсе ғаиләмде, халҡымды, телемде, илемде уйлайым. Бәлки икмәк бешереү, магазин тотоуҙар Выгоднораҡтыр? Әммә минең рух үҙебеҙҙең Бөйөк халҡыбыҙҙың Бөйөк тарихына алып бара. https://vk.ru/muzeiiurta Был минең аккаунт ❗ https://vk.ru/photo249926013_457240609 - был мин 🤗https://vkvideo.ru/video249926013_456239646 - беҙ үткәргән айыҡ туй 🤗 https://vk.ru/photo249926013_456239993 - Берҙәмлек ойошмаһында эшҡыуарлыҡ, кәсепселек үҫтереү өсөн ойошторолған "үҫеш юлы" сараһынан. Минең хәбәрҙе таныштарығыҙға ла таратыуығыҙҙы үтенеп һорайбыҙ 🙏❤

