Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы «Пушкин картаһы» программаһы картаһының лимитын йылына 7 ... — 8 июля 2026 г. в 12:26:39.226
Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы «Пушкин картаһы» программаһы картаһының лимитын йылына 7 меңгә тиклем арттырырға тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта ул йыл һайын 5 мең һум тәшкил итә. Тейешле документ норматив акттар проекттары порталында баҫылған. Тағы ла бер яңылыҡ – циркка билет һатып алыу өсөн 2 мең һум лимит бүлеү. Бынан алдараҡ ил президенты Владимир Путин хөкүмәткә дәүләт цирктарының «Пушкин картаһы» программаһында ҡатнашыуын тәьмин итергә ҡушҡайны. Үҙгәрештәр ҡабул ителһә, улар 2026 йылдың 1 сентябренән көсөнә инергә тейеш. «Пушкин картаһы» программаһы 2021 йылда башланды. Был программа йәштәргә театрҙар, музейҙар, концерт залдарына һәм кинотеатрҙарға дәүләт иҫәбенә билет алырға мөмкинлек бирә.

