Балаларға аңлатығыҙ зинһар өсөн, мошенниктар һәр баланы оҫта эшкәртә алалар һәм балалар... — 6 июля 2026 г. в 11:07:26.695
Балаларға аңлатығыҙ зинһар өсөн, мошенниктар һәр баланы оҫта эшкәртә алалар һәм балалар, үҫмерҙәр ҡурҡып яңылыш аҙымдар яһамаһындар ине. Психологик эшкәртеү сәғәттәр буйына бара, кешегә телефонын хатта һалдыртмайҙар, һүндереттермәйҙәр, эргәләге кешеләрҙән тыныс урынға күсергә, бикләнергә мәжбүр итәләр һәм аҙаҡҡа инде арыған, алйыған, ҡурҡҡан кешенән аҡса, кредит алдырыуы бер ни тормай.

