МБОУ СОШ с.Сайраново МР Ишимбайский район Республики Башкортостан
Лайфстайл · 25 февраля 2026 г.
Бөгөн беҙҙең өсөн ғорурлыҡ көнө – Башҡортостан Республикаһы дәүләт флагының тыуған көнө... — 25 февраля 2026 г. в 07:18:58.223
Бөгөн беҙҙең өсөн ғорурлыҡ көнө – Башҡортостан Республикаһы дәүләт флагының тыуған көнө. 1992 йылдың 25 февралендә Башкортостандың флагы раҫлана. Флагыбыҙ – ул бары тик туҡыма киҫәге түгел, ә беҙҙең тарихыбыҙҙың, мәҙәниәтебеҙҙең һәм рухи ҡиммәттәребеҙҙең сағылышы. Флагыбыҙ беҙҙең өсөн һәр ваҡыт ғорурлыҡ сығанағы булһын, тыныслыҡ, именлек һәм үрҙәр генә насип итһен! Тыуған республикабыҙ гөрләп йәшәһен! Һәр башҡорт, ҡайҙа ғына булһа ла, үҙ флагын күргәндә, уның йөрәгендә ғорурлыҡ хисе уянһын. Беҙ – бөйөк халыҡтың вариҫтары, һәм беҙҙең флагыбыҙ – бының асыҡ дәлиле.

