МБОУ СОШ СЕЛА ИЛЬЧИНО МР УЧАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Образование · 8 июня 2026 г.
Бөгөн, 8июнь балаларҙың йәйге ял лагеры бик күңелле һәм фәһемле үтте. "Урал батыр" эпос... — 8 июня 2026 г. в 09:10:32.502
Бөгөн, 8июнь балаларҙың йәйге ял лагеры бик күңелле һәм фәһемле үтте. "Урал батыр" эпосына арналған 10көнлөктө ауыл китапханаһында дауам иттек. Балалар был сараға алдан әҙерләнеп, милли кейемдәрҙә килделәр. Роза Урумбай ҡыҙы балалар өсөн эпос тураһында бик матур сара әҙерләгән. Эпостың йөкмәткеһенән ял итеүселәргә төрлө һорауҙар бирелде. Иң ҡыуаныслыһы, балалар төплө яуап бирҙеләр. Сара аҙағында Роза Урумбай ҡыҙы Һомай ҡошон эшләү буйынса мастер- класс үткәреп, байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Көндөң 2-се өлөшө А. С. Пушкин көнөнә арналды. Балалар бөйөк яҙыусының биографияһын иҫкә төшөрҙөләр һәм әкиәттәре буйынса һорауҙарға яуап бирҙеләр. Бөгөнгө көн сараларға бик бай һәм мауыҡтырғыс булды.

