МБОУ СОШ села Верхнеиткулово МР Ишимбайский район РБ
Образование · 23 октября 2026 г.
#Йәрминкә2026
#Йәрминкә2026 Гөрләп үтте йәрминкә. Мәктәптә бөгөн йәрминкә, Мәктәптә бөгөн — байрам. Бөтәһе әйбер килтергән, Әҙерләнгән дә алдан. Бөгөн мәктәп алды шау-гөр килеп торҙо. Өҫтәлдәрҙә нимә генә юҡ: йәшелсә-емеш, татлы бал, бихисап ҡамыр аштары, оҫта ҡулдар эшләгән әйберҙәр - барыһы ла йәрминкәгә айырым матурлыҡ, йәм өҫтәне. Ниндәй баҙар икән был, тиһегеҙме? Үрге Этҡол мәктәбендә көҙгө йәрминкә үтте. Бер-ике сәғәткә уҡыусылар үҙҙәрен ысын сауҙагәр итеп тойҙо. Һәр кем үҙ тауарын һатырға, табыш алырға тырышты. Сарала ҡатнашҡан барлыҡ атай- әсәйҙәребеҙгә рәхмәт һүзҙәрен еткерәбеҙ. Байрам бөтәһенә лә бик оҡшаны, барыһы ла ҡәнәғәт булып таралышты.