21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. ☀☀☀Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс... — 21 февраля 2026 г. в 11:35:22.794
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. ☀☀☀Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Башҡортостан - йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәгән күп милләтле төбәк. Республикабыҙҙа башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, украин, мордва, немец һәм башҡа милләт вәкилдәре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, дәүләт телдәре булып башҡорт һәм рус телдәре тора. Һәр милләт өсөн туған теле - иң яҡын, иң ғәзиз тел. Беҙ, ошо ерҙең аҫаба халҡы булған башҡорттар ҙа туған башҡорт телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ. Килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ! #БашҡортТеле #ТуғанТелКөнө #ДеньРодногоЯзыка #ДетскаяШколаИскусств #КультураСибай

