Ҡыуаныслы яңылыҡ - Ынйы Бәширова финалда! — 24 сентября 2026 г. в 18:41:03.569
Ҡыуаныслы яңылыҡ - Ынйы Бәширова финалда! Йәш бейеүсебеҙ "Байыҡ" телевизион конкурсының икенсе турында йәнә лә 100 балл йыйып, йомғаҡлау Гала-концертына үтте! Икенсе тур сығышына Ынйыны Район мәҙәниәт йортоноң режиссеры Розалина Шамситдинова әҙерләне. Ынйы үҙенең тырышлығы менән ике турҙа ла юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Афарин! Финалда ла уңыштар юлдаш булһын һиңә! Әле икенсе тур съемкалары булды, ә беҙ Салауат районы бейеүселәренең сығышын эфирҙа ҡарарбыҙ.