Яңы китаптың исем туйы үтте — 11 июня 2026 г. в 11:06:59.467
Яңы китаптың исем туйы үтте 26 март район үҙәк китапханаһында башҡорт һәм рус телдәрендә шиғырҙар ижад итеүсе, уларҙы үҙнәшер юлы менән китап итеп сығарыусы Алһыу Ғәйфи ҡыҙы Алтынбаеваның «Устремление» тип аталған китабының исем туйы үтте. Был уның иң яҡын кешеләренә – туғандарына арналған дүртенсе китабы. Китапта Алһыу Ғәйфи ҡыҙының ҡәҙерле кешеләре, айырыуса әсәһе тураһында шиғырҙары күп. Шулай уҡ тормош, тәбиғәт, күңел, мөхәббәт, изгелек тураһында шиғырҙары урын алған. Район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Кинйәбулатова Әлфиә Ғәззәле ҡыҙы шағирәне тәбрикләп, яңынан яңы ижади үрҙәр теләне. Сарала шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге әҙәби премия лауреаты, шағирә Айһылыу Ғарифуллина ла ҡатнашты. Ул Алһыу Ғәйфи ҡыҙының ижад үҙенсәлектәре тураһында һөйләп китте. Алһыу Алтынбаева — оҙаҡ йылдар район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны. Уның менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән Лилиә Фәйзрахман ҡыҙы Харрасова иҫтәлектәре менән бүлешеп, авторҙың бер нисә шиғырын уҡып ишеттерҙе. Шулай уҡ бер төркөм хеҙмәттәштәре ҡотлау менән сығыш яһап, матур хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Шиғри шәлкемдәргә, моңло йырҙарға үрелеп барған кисә бик йылы атмосферала, матур үтте. Сараны йомғаҡлап, Алһыу Ғәйфи ҡыҙы ижадын ҙурлаусыларға рәхмәт әйтеп, изге теләктәрен еткерҙе.

