Яугир — интернационалистар менән осрашыу кисәһе үтте — 11 июня 2026 г. в 10:59:51.744
Яугир — интернационалистар менән осрашыу кисәһе үтте 12 февраль Байназар ауыл моделлы китапханаһы китапханасылары Роза Аетбаева һәм Гөлсиә Буранбаева, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, үҫеп килеүсе йәш быуынды тыуған илгә һәм уны һаҡлаусыларына ихтирам һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында, мәктәптә “Афғанстан һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә” тип исемләнгән яугир — интернационалистар менән осрашыу кисәһе үткәрҙеләр. Тау-таш араһында, үҙенсәлекле климат шарттарында һуғыштың дәһшәтен, бөтөн ауырлығын һәм ғазаптарын, ҡайғы-хәсрәттәрен үҙ елкәләрендә татыған афған һуғышы ветерандары Алтынбаев Сәғит Ғизитдин улы, Ҡарамышева Гөлсәсәк Фаяз ҡыҙы, Зәйнуллин Хәмит Әхмәт улы, Сәйәхов Фәнис Мотаһар улы, Тажитов Афзал Бейеш улы үҙҙәренең Афганистан ерендә хеҙмәт итеүҙәре, унда ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәре тураһында уҡыусыларға һөйләп үттеләр. Был һуғыш тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, унда һалдат бурысын үтәгән ир-егеттәр күңеленән хәрби хеҙмәт йылдары юйылмаған. Китапханасы Роза Сәлимгәрәй ҡыҙы уҡыусыларҙы «Бөрйән шуравиҙары» исемле китап менән таныштырҙы. Кисә аҙағында алып барыусылар йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индереүҙәре өсөн ветерандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

