Перейти к содержимому
Максиметер

20 май Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы ...

20 май Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханованың “Донъям йәмле һеҙҙең менән” китабының исем туйы үтте. Журналист, яҙыусы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы был китабына Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, оҙаҡ йылдар башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгән педагогик хеҙмәт ветераны Сәғиҙә Муллахмәт ҡыҙы Байназарованың тыуған ауылы Күсей, Иҫәнбәт, Төйәләҫ халҡы тураһында, төрлө һөнәр эйәләре хаҡында яҙған мәҡәләләрен туплап сығарған. Сарала Сәғиҙә Муллахмәт ҡыҙы, китапта сағылыш тапҡан уның геройҙары, уларҙың балалары, ейәндәре, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты һәм Б. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы студеттары ҡатнашты. Сығыш яһаусылар Сәғиҙә Муллахмәт ҡыҙының тормошо һәм хеҙмәт юлы, быуындар сылбыры хаҡында һөләне, иҫтәлектәре һәм хәтирәләре менән бүлеште. Кисә йыр, бейеү, ҡурай моңо һәм шиғырҙар менән оҙатылып барҙы. Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатовтың “Өй ҡояшы, һин әсәй!” йырын (Әлнисә Алдырханова һүҙҙәре, Рәмил Туйсин көйө) МХО яугирҙәре әсәйҙәренә арнап йырлауы залда ултырыусыларҙың күңелдәренә хуш килде. Кисәнең төп ҡунағы Сәғиҙә Муллахмәт ҡыҙы сарала ҡатнашыусы дуҫтарына, туғандарына, яҡташтарына, ауылдаштарына оло рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ китапты әҙерләп сығарыусы һәм кисәне алып барыусы Әлнисә Алдырхановаға, китапхана хеҙмәткәрҙәренә, ҡала мәҙәниәт йортона ҙур рәхмәттәрен еткерҙе. #КультураСибай #Своихнебросаем #Модельнаякраеведческаябиблиотека #Сибайҡоролтайы #Всемирныйкурултайбашкир #Башкирскоедолголетие #старшеепоколениеРБ #Әҙәбитирмәклубы #Годбольшойидружнойсемьи #Шәжәрә #Башҡортғаиләһейылы #Годбашкирскойсемьи

339 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

119 подписчиков · Образование

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Образование»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.