Перейти к содержимому
Максиметер

14 октябрь Хәйбулла районы үҙәк район китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Сала...

14 октябрь Хәйбулла районы үҙәк район китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың ижадына һәм 85 йәшлек юбилейына арналған асыҡ район әҙәби конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте. Әҙәби сарала яҙыусы, журналист, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов ҡатнашты. Әҙәби конкурс Ҡәҙим Аралбайҙың шиғырҙары аша илһөйәрлек тойғоһон уятыу, рухи әхләки ҡиммәттәрен тәрбиәләү һәм йәш таланттарҙың ижади һәләттәрен асыҡлау, шиғыр һөйөүселәрҙең аң- белем дәирәһен киңәйтеү, нәфис әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, рухлы һүҙҙәрҙе күңелдәргә һәм зиһендәргә таратыу маҡсатында ойошторолдо. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, еңеүселәр исемлегендә "Әҙәби тирмә" клубы ағзалары булыуы шатландырҙы. «Шиғырҙар һәм проза» номинацияһында: Шиғыр яҙыусылар (18 йәштән өлкәндәр) араһында Сибай ҡалаһынан Зәкирова Гөлсөм Әмир ҡыҙы 2-се урын алды. «Журналистика» номинацияһында: Сибай ҡалаһынан Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова 1-се урын алды. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, ижади уңыштар һәм тағы яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ! Матур, кәрәкле, күркәм әҙәби сара үткәреүҙәре өсөн Центральная-Районная Библиотекаға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! #Әҙәбитирмә #Модельнаякраеведческаябиблиотека #КультураСибая #МБУКСибайскаяЦБС #Башкирскоедолголетие

65 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

119 подписчиков · Образование

Ещё по теме «Образование»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.