#АҡһылыуБалаларБаҡсаһы
#АҡһылыуБалаларБаҡсаһы #АйыуҡайТөркөмө #КөҙБəшмəктəр #ОсеньГрибы "Айыуҡай" төркөмөндә "Көҙ. Бәшмәктәр" темаһына дәрестәр үтте. Балалар төрлө бәшмәктəр менән таныштылар, уларҙың төҙөлөшөн ентекләп ҡаранылар: һабағы, эшләпәһе, бəшмəклек. Улар ашарға яраҡлы һәм ашарға яраҡһыҙ бәшмәктәрҙе сағыштырырға, оҡшашлыҡтарын, айырмаларын билдәләргә өйрәнделәр. Уйын формаһында урманда уңышты нисек йыйырға, уның һаулыҡ өсөн хәүефһеҙ булыуы тураһында əңгəмəлəштелəр. Һүрәттәр ҡаранылар, төрлө уйындар һәм ижади эштәр ярҙамында көҙ , бәшмәктәр тураһында белемдәрен нығыттылар.