Беҙҙең "Әкиәт " балалар баҡсаһында "Башҡорт теле? Рәхим итегеҙ! " темаһы аҫтында башҡор... — 10 декабря 2025 г. в 13:35:26.110
Беҙҙең "Әкиәт " балалар баҡсаһында "Башҡорт теле? Рәхим итегеҙ! " темаһы аҫтында башҡорт теле аҙналығы башланды. Башҡорт теле төрки телдәрҙең көнбайыш ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡарай. Төҙөлөшө буйынса уға хәҙерге татар,ҡаҙаҡ,ҡарасәй - балҡар,нуғай,ҡарағалпаҡ,ҡырғыҙ телдәре иң яҡын булып тора. Башҡорт теле өс диалекттан тора: көнсығыш,көньяҡ һәм төньяҡ - көнбайыш. Хәҙерге әҙәби тел тәүге ике диалектҡа нигеҙләнгән.Төньяҡ - көнбайыш диалект татар теле йоғонтоһон кисергән. Балаларҙа туған телгә һөйөү уятырға,әсә телендә фекерләү - уйлау,фекереңде матур итеп еткерә белергә өйрәтергә дауам итәбеҙ. #БашҡортТеле #Ҡоролтай #Сибай #ӘкиәтБалаларБаҡсаһы

