Һаҡ булығыҙ: ҡыйыктарҙа ҡар һәм боҙ! — 9 января 2026 г. в 13:39:17.655
Һаҡ булығыҙ: ҡыйыктарҙа ҡар һәм боҙ! Ҡыйыҡта ҡар, боҙ ҡатламы йәки боҙбармаҡтар күрһәгеҙ идарасы компанияға хәбәр итегеҙ. Телефондары — торлаҡ-коммуналь хеҙмәт квитанцияларында, ГИС ЖКХ сайтында йәки подъезд такталарында. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре: 1⃣Йорттар буйынан йөрөмәгеҙ. Бигерәк тә тротуар таҫма менән сикләнгән, «Боҙ емерелеп төшөүе ихтимал» тигән яҙма эленгән булһа, ә ерҙә боҙбармаҡ ярсыҡтары йә ҡар өйөмдәре ятһа. 2⃣Ҡыйыҡ яғынан сәйер тауыш ишетелһә — туҡтамағыҙ һәм өҫкә ҡарамағыҙ. Йорт козырегы аҫтына диуарға һырынығыҙ. 💯 Балаларҙы иҫкәртегеҙ, был уларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡларға ярҙам итә. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

