"Ҡарһылыу" балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең көндәре бик сағыу һәм ҡыҙыҡлы үтә. Үткән аҙн... — 4 августа 2026 г. в 02:27:44.454
"Ҡарһылыу" балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең көндәре бик сағыу һәм ҡыҙыҡлы үтә. Үткән аҙнала улар йәйҙең иң матур, йәйҙең йәме булған сәскәләр менән таныштылар. Иң башта беҙ балалар менән баҡса биләмәләрендә үҫкән төрлө сәскә түтәлдәрен ҡарап, матурлыҡҡа һоҡланып, һәр бер сәскә менән танышып сыҡтыҡ. Һуңынан инде күҙәтеүҙәрҙән алған тәьҫораттарҙы ижадта ла сағылдырҙы кескәйҙәр. Бик ихлас итеп төрлө, төрлө сәскәләр һүрәтен эшләнеләр, аппликация ла эшләп тә өлгөрҙөләр. Һөҙөмтәлә төркөмөбөҙҙә лә бик матур сәскәле ялан барлыҡҡа килде.

