"Урал батыр" эпосы аша балаларға рухи-патриотик тәрбиә биреү — 11 августа 2026 г. в 09:56:56.031
"Урал батыр" эпосы аша балаларға рухи-патриотик тәрбиә биреү "Урал батыр" эпосы-башҡорт халҡының борон-борондан, телдән-телгә күсеп, һаҡланып килгән ғәжәйеп рухи хазинаһы. Эпоста халҡыбыҙҙың асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем, үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған. Шуға күрә беҙ йәш быуынға ошо эпос аша тормоштоң бар асылын, серҙәрен, мәғәнәһен аңлатырға тейешбеҙ. Беҙ балалар менән бергә, сағыу һүрәттәргә бай "Урал батыр беҙҙә ҡунаҡта" исемле китабын уҡып, фекер алыштыҡ, әңгәмә ҡорҙоҡ, һүрәттәр ярҙамында һәр бала уй-фекерен еткерҙе. Эпос менән танышып алғас, күмәкләшеп төркөмөбөҙгә Лепбук та эшләп ҡуйҙыҡ. #Ҡарһылыубалаларбаҡсаһы #Патриотиктәрбиә #Әкиәтилендә #ДәүләтҡоловаАҺ #Художестволыэстетиктәрбиә #Уралбатырэпосы

