Мин халҡымдың сәскә күңеленән — 10 декабря 2025 г. в 10:09:55.957
Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын. Йыямын да -йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ошо шиғыр юлдары менән башлап ебәрҙек бөгөн Тамъян-Таймаҫ ауылы балалар баҡсаһында, "Башҡорт теле көнө "нә арналған дәресте. 14 декабрь- Башҡортостанда "Башҡорт теле көнө" итеп билдәләнә, шулай уҡ, бөйөк сәсән-мәғрифәтсе, беҙҙең яҡташыбыҙ, яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулланың да тыуған көнө. Балаларға үҙебеҙҙең туған телебеҙ, башҡорт теле тураһында шиғырҙар, мәҡәлдәр, йырҙар тыңлатып, дәресте дауам иттек. Балалар бик теләп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған "Башҡорт телендә һөйләшәм" тигән йырҙы өйрәнергә теләк белдерҙе. Мифтахетдин Аҡмулланың ижады менән дә таныштыҡ. Уның "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! "шиғыры ла балаларға бик оҡшаны. Туған телебеҙ - башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, бөйөк сәсән- мәғрифәтсе, яҡташыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын өйрәнеп, киләсәк быуынға еткереү - беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.

