Балалар баҡсаһында сығарылыш иртәлеге тәрбиәләнеүселәр һәм ата-әсәләр өсөн айырыуса тул... — 25 мая 2026 г. в 08:02:11
Балалар баҡсаһында сығарылыш иртәлеге тәрбиәләнеүселәр һәм ата-әсәләр өсөн айырыуса тулҡынландырғыс ваҡиға. Балалар үҙҙәренең балалар баҡсаһында алған белемдәрен күрһәтеп, ата – әсәләрҙе ҡыуандырҙылар, моңһоу йырҙары менән һәр кемдең күңелен арбанылар. Традиция буйынса сығарылыш балаларын кескәйҙәр ҡотларға килделәр. Улар эстәлекле шиғырҙары менән байрамға сафлыҡ, матурлыҡ өҫтәнеләр. Ата-әсәләр балаларҙы ҡотлап иң изге теләктәрен теләнеләр һәм бүләктәрен бирҙеләр. Баҡса тәрбиәсеһе –Ниғәмәтова Ғәлиә Сирикбай ҡыҙы, балалар баҡсаһы тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә Рәхмәт хаты, тәрбиәләнеүселәргә Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. Ҡәҙерле балаларыбыҙға мәктәп тормошонда тик уңыштар ғына теләйбеҙ! ГКП "Кояшкай 'с.Первомайское #ГодДошкольногоОбразования #ГДОБашкортостан