Билдәле булыуынса, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам туҡтап торма... — 20 августа 2026 г. в 11:32:34.687
Билдәле булыуынса, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам туҡтап тормай. Ләмәҙтамаҡ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә, китапхана менән берлектә, сираттағы ярҙамды ойоштороп, дарыуҙар һатып алған һәм уны штабҡа тапшырған. Алдан хәйриә концерттары ойоштороу аша аҡсалата ярҙам да күрһәтелгән булған. Был концерттарҙың һәр береһенән йыйылған аҡса штабҡа ебәрелгән. Ауыл халҡы, шулай уҡ ситтә йәшәүсе ауылдаштар ҙа был хәйриә сараларында әүҙем ҡатнашып, матди ярҙам күрһәтә. Бергәләп, ауылдаштар менән бергә аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәре йыйып ебәреү ҙә ойошторолған. Илдә ҡатмарлы һәм йөрәкте әрнеткән ваҡиғалар булып тора, әммә бындай саҡтарҙа "кемдер тейеш" йәки "ниңә мин эшләмәйем" тигән һорауҙар тыумай. Халыҡ берҙәмлеккә һәм еңеүгә табан бергә атлай.

