🎭 Нурғәлин Нәғим Зәйләғи улы – драма артисы, Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим ис...
🎭 Нурғәлин Нәғим Зәйләғи улы – драма артисы, Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әйҙәүсе сәхнә оҫтаһы Йәштәр театрында 1989 йылдан - асылғандан бирле эшләй. 60-тан ашыу роль уйнаған. «Төшөмлө урын» спектаклендә Белогубов образы өсөн «Туғанлыҡ» I халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә «Өмөт» призына лайыҡ булған. Нәғим Нурғәлин – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы. Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Нәғим Нурғәлин «Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Награданы Башкортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Башҡортостан – беҙҙең ғорурлыҡ! 🔥