Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан
Без категории · 21 августа 2026 г.
Айыуҙы урмандан башҡа ерҙә лә осратырға мөмкин. Ҡайһы берҙә ҡырағай хайуандар тораҡ пун... — 21 августа 2026 г. в 08:27:30.559
Айыуҙы урмандан башҡа ерҙә лә осратырға мөмкин. Ҡайһы берҙә ҡырағай хайуандар тораҡ пункттарға, шул иҫәптән аҙыҡ һәм яңы биләмәләр эҙләп сыға. 2026 йылдың авгусында тайыштабан Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылына инә. Шаһиттар уны урамдарҙа, хатта балалар майҙансығында күргән. Айыу күрһәгеҙ, нимә эшләргә? Иң мөһиме – юғалып ҡалмаҫҡа һәм хайуанға яҡын бармаҫҡа. Уны ашатырға, һыйпарға ынтылмағыҙ, фотоға төшөрәм тип янына бармағыҙ. Ҡасмағыҙ, айыуға арҡағыҙ менән боролмағыҙ һәм киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ. Йыртҡысты күҙҙән ысҡындырмайынса, тыныс ҡына хәүефһеҙ араға китегеҙ. Әгәр «урман хужаһы» тораҡ пункт тирәһенә килеп сыҡһа, был хаҡта 112 телефонына шылтыратып йәки «112 – ашығыс ярҙам» мобиль ҡушымтаһы аша хәбәр итегеҙ. Шулай уҡ Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының оператив хеҙмәткәренә шылтыратырға мөмкин: 8 (347) 218-04-30. Ҡалған кәңәштәр – карточкаларҙа #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

